Республика бәһлеүәндәре ракета комплексын һөйрәү буйынса рекорд ҡуйырға ниәтләй

“Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” исемен йөрөткән Эльбрус Ниғмәтуллин ошо турала белдерҙе. “Сара 4 октябрҙә Стәрлетамаҡта үтә. 4 кешенән торған команда “Тополь-М” ракета комплексын буксирға ала. Спортсылар: Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев, Айҙар Байсурин һәм Руслан Садыҡов ҡуйылған маҡсатҡа ирешеренә ышанам. Асыҡ күнекмә үткәрелде”, - тине Эльбрус Ниғмәтуллин. Рекордты теркәү өсөн республикаға “Уралстронг – Рәсәй бәһлеүәндәре” федерацияһы президенты Дмитрий Кононец килә.