Башҡортостанда «Геосаҡырыу» Халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәре билдәләнде

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән республика Хөкүмәте тарафынан ойошторолған сара 10 сентябрҙә старт алғайны. Ярышта ҡатнашыусылар геологик белем нигеҙҙәре буйынса тест үткәндән һуң, геологик киҫелеш, палеонтология, кристаллография кеүек айырым этаптарҙа ҡатнашты, ялан шарттарында һынауҙар үтте. Чемпионат һөҙөмтәләре Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында иғлан ителде. Шулай итеп, 38 команда араһынан беренселекте Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенттары яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарға Санкт-Петербург менән Белоруссия командалары сыҡҡан.