Онкология сиренән уникаль операция. Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бәүел ҡыуығындағы яман шеш робот системаһы ярҙамында заманса ысул менән алынды. Робот менән уҡыу йортоноң ректоры, медицина фәндәре докторы, академик Валентин Павлов идара итте. Рәсәй медицинаһы тарихында тәүге тапҡыр ҡулланылған үҙенсәлекле ысул хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Операция өҫтәлендә 63 йәшлек пациент. Бәүел ҡыуығынан шеште алыу буйынса операция робот ярҙамында башҡарыла, заманса ҡоролма хирург ҡулы барып етмәгән ерҙәргә үтеп инә, ул 360 градусҡа әйләнә ала. Икенсенән, пациент тиҙерәк аяҡҡа баҫа, сөнки яралар әҙерәк һәм бәләкәйерәк.
Бәүел, йәғни һейҙек ҡыуығынан ямаш шеште алып ташлау буйынса операцияла робот системаһы ғына түгел, үҙенсәлекле алым да ҡулланыла. Табиптар шештең үҙенә радиактив матдә индерә, ул лимфа төйөндәре буйлап метастазаларҙың таралыу юлын күрһәтә. Ә радиактив матдәнең күләме махсус детектор ярҙамында контролдә тотола.
Заманса ысул һәм робот ярҙамында башҡарылған операция пациенттың аяҡҡа баҫыу ваҡытын күпкә тиҙләтә. Мәҫәлән, ошо уҡ әмәлиәтте яһау өсөн элек 20 сантиметрлыҡ уйым яһарға тура килер ине. Хәҙер иһә робот үтеп инһен өсөн берәр сантиметрлыҡ алты тишек яһала. Шулай уҡ реанимацияла ятыу ваҡыты ла 5 көндән берәүгә тиклем ҡыҫҡара. Һауығыу осоро ла өс тапҡырға тиҙерәк.
Бәүел ҡыуығындағы яман шеште алып ташлау буйынса операция ике сәғәт тирәһе дауам итә. Ә бер аҙнанан инде пациент өйөнә ҡайтарыла һәм тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ала.
Рәмзиә Кәримова