Бәшмәкле миҙгел. Башҡортостанда быйыл мул уңыш күҙәтелә. Урман аҙығын йыйыу өсөн бәшмәкселәр тәбиғәткә ағыла. Оҫталар аҡһымға бай файҙалы ризыҡты эшкәртеү, ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулдары менән уртаҡлаша. Тәжрибәле бәшмәкселәр һәм һаҡлыҡ саралары хаҡында иҫкәртеүсе эксперттар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
Башҡортостан биләмәләрендә ашарға яраҡлы бәшмәктәр күп үҫә, әммә уларҙың күләме миҙгелгә һәм һауа шарттарына бәйле төрлөсә булыуы мөмкин, ти белгестәр. Киң таралғандары-аҡ бәшмәк, ҡайын бәшмәге, майлы бәшмәктәр, гөрөздә. Бәшмәксе Сәриә Ғәрифуллинаның ҡумтаһында бәшмәктәр батшаһы гөрөздәнән алып ашарға яраҡлы бер-нисә төрө бар.
Виолетта Алсынова тиҫтә йылдан ашыу бәшмәк йыйыу, уны эшкәртеү менән шөғөлләнә. Маринадланған бәшмәктәргә оҙон сират булмаһа ла, ҡулдан һатып алырға йөрьәт итеүселәрҙе осраттыҡ.
Белгестәр фекеренсә, экологик яҡтан хәүефле ерҙә йыйылған бәшмәктәрҙә ауыр металдар норманан күп тапҡырға артыҡ булыуы ихтимал. Быны ғалимдар бәшмәктең бөтә мәтдәләрҙе үҙенә һурып алыу үҙенсәлеге менән аңлата.
Бәшмәк йыйыр алдынан биологтар ашарға яраҡлы бәшмәк төрҙәрен төплө итеп өйрәнергә тәҡдим итә. Бының өсөн махсус китаптар, ҡушымталар менән файҙаланырға йәки тәжрибәле бәшмәкселәр менән кәңәшләшергә мөмкин. Бәшмәк ҡулланып ағыуланыу осрағына табиб кәңәше.
Балаларға, йөклө ҡатындарға, оло йәштәгеләргә һәм аш һеңдереү системаһы ауырыуҙарынан яфаланғандарға бәшмәк ҡулланыуҙан баш тартырға кәңәш ителә. Бынан тыш, магазиндарҙа һәм супермаркеттарҙа һатып алынған бәшмәк төргәктәрен иғтибар менән ҡарарға кәрәк. Ул серегән йәки боҙолған булырға тейеш түгел. Бәшмәк менән ағыуланыуҙың тәүге билдәләрен һиҙеү менән ашығыс медицина ярҙамы саҡырығыҙ, үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнмәгеҙ, ти табиптар.
Бәшмәктәр аҡһым һәм файҙалы мәтәдәләр сығынағы.Әммә уларҙы дөрөҫ йыймағанда һәм әҙерләү ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә ул кеше ғүмере өсөн хәүефле. Шуға күрә урман күстәнәсен йыйғанда, әҙерләгәндә иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Бәшмәкте дөрөҫ итеп эшкәртеү-һаулыҡ нигеҙе. Уларҙы таҙа ерҙә йыйырға, төрҙәрен өйрәнергә, иҫкергән, зыян күргән бәшмәктәрҙе кәрзингә һалмаҫҡа, ағыуланыуға юл ҡуймаҫ өсөн гигиена ҡағиҙәләре лә мотлаҡ, ти белгестәр.
Гүзәл Борханова