Шишмә районында ғаилә 250 килограмм ҡабаҡ йыйҙы

Өфөлә йәшәп, Шишмә районында баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән Илһөйәр Һәм Таһир Төхвәтуллиндар ҡабаҡтан рекордлы уңыш йыйған. Һәүәҫкәр баҡсасылар үҫтергән ҡабаҡтарҙың дөйөм ауырлығы 250 килограмм самаһы тәшкил иткән. Хужалар әйтеүенсә, улар гигант ҡабаҡ үҫтереү өсөн артыҡ ҙур эш башҡармаған. Уны ваҡытында ултыртыртҡан һәм һыу һипкән Төхвәтуллиндар ғаиләһе, ҡабаҡтан тыш, картуф, ҡыяр, помидор һәм башҡа йәшелсәләр үҫтерә. Әммә улар иң яратҡан ризыҡ ҡабаҡты-зур бәлештә, мантыла, бәлештәрҙә, бойҙай бутҡаһында ҡуллана.

Быйылғы ҡабаҡ уңышын күреп һоҡланыу үҙе бер кинәнес. Бөтәһен дә яҡшы итеп тәрбиәләйһең, әммә мул уңыш алыу сортҡа ла бәйле.

Таһир

Бындай ауыр ҡабаҡтарҙы нисек итеп күтәреп ташырбыҙ тип уйланыҡ. Быйыл беҙ 175 дана ҡабаҡ үҫтерҙек. Бала саҡта ғына бындай мул уңыш алғанды хәтерләйем.

Илһөйәр