Спорт ҡаҙаныштары менән билдәле белем усағында 600-ән ашыу бала уҡый. Уларҙың күбеһе төрлө кимәлдәге ярыштар еңеүсе. Мәктәп бинаһында спорт залы бик бәләкәй булғанлыҡтан, яңы майҙансыҡ төҙөү ҡарары ҡабул ителә. Объект район хакимиәте менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты ярҙамында сафҡа индерелгән. Хәҙер физкультура дәрестәре саф һауала үтә, спорт секцияларында футбол, баскетбол һәм волейбол уйнау өсөн уңайлы шарттар булдырылған.