Шаранда Рима Баталова призына «Спорт легендалары» кроссы уҙҙы

Шаранда 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова призына еңел атлетика буйынса «Спорт легендалары» 17-се район-ара кросс үтте. Ярышта Шаран, Туймазы һәм Мишкә райондарынан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Һәр йәш категорияһы үҙ дистанцияһында көс һынашты. Иң тәүҙә стартҡа балалар баҡсалары тәрбиләнеүселәре сығып, 60 метрға йүгерҙе. Өлкәнерәктәр 200 метрҙан бер километрға тиклем арауыҡта ярышты. Иң алыҫ арауыҡ-2 километрға старт 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге спорстыларға бирелде. Ярыш һуңында унда ҡатншыусылар символик 60 метр арауыҡҡа вип-ярышҡа сыҡты.