Башҡортостанда «Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәре билдәләнде

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән республика Хөкүмәте тарафынан ойошторолған сара уҙған аҙнала старт алғайны. Ярышта ҡатнашыусылар геологик белем нигеҙҙәре буйынса тест үткәндән һуң, геологик киҫелеш, палеонтология, кристаллография кеүек айырым этаптарҙа ҡатнашты, ялан шарттарында һынау үтте. Чемпионат һөҙөмтәләре менән Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостан буйынса ун көнлөк геологик маршрут тамамланды. Хәҙер Халыҡ-ара чемпионатҡа йомғаҡ яһарға ваҡыт. Шулай итеп, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән йыйылған 38 команда араһынан икенсе һәм өсөнсө урындарға Санкт-Петербург ҡалаһы менән Белоруссия студенттары лайыҡ булды. Беренселекте Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының йыйылма командаһы яуланы.

«Геосаҡырыу» чемпионаты лайыҡлы уҙғарылды, барлыҡ командалар ҙа яҡшы сығыш яһаны. Етди әҙерлек һөҙөмтәһе булараҡ тап беҙгә уңыш йылмайҙы. Башҡортостанға ғашиҡ булдыҡ, тәбиғәт ҡомартҡылары, кешеләре, ҡунаҡсыллығы менән һоҡландырҙы.

Мария Нагорная, М. Ломоносов исемендәге мәскәү дәүләт университеты студенты

Бүләкләү тантанаһында ҡатнашыусыларҙы «Первушин» аэродромының пилотаж төркөмө лә сәләмләне. Шишмә районынының «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында авиашоу ойошторолдо. Быға тиклем командалар Ҡалҡан күлендә, Мораҙым тарлауығы менән Торатау геопаркында ла булып өлгөргән.

Чемпионатҡа геологияны яратҡан, мәктәп йәшенән фән менән ҡыҙыҡһынған йәштәр йыйылды. Башҡортостан, ысынлап та, геологтар өсөн изге урын. Асылмаған серҙәре күп әле. Ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеү, биләмәне үҫтереүҙә һәр кем теләп ҡатнашыр тип көтәбеҙ. Сараны ойоштороу кимәле юғары, тағы ла килер инек.

Даниил Творонович-Севрук, Белоруссия дәүләт университеты доценты

Чемпионат геология һөнәрҙәренең абруйын күтәреп, студенттарҙың һөнәри оҫталығын арттырыуға һәм йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар республиканы донъяуи кимәлдә танытыу өсөн дә мөһим.

Ярышта ҡатнашыусыларға 12 төр һынау әҙерләнгәйне, күп өлөшө-ялан шарттарында. Әйтәйек, командаларға геологик маршрутты үтергә тура килде. Учалы районындағы тау байыҡтырыу предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышыу ҙа-студенттар өсөн онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Углеводородтар, алтын, баҡыр, сода-Башҡортостан ер аҫты байлыҡтары менән хайран ҡалдыра. Республика етәкселегенә, Хөкүмәткә көслө быуын тәрбиәләүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Тығыҙ хеҙмәттәшлек дауам итәсәк.

Алексей Тарасов, Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары

«Геосаҡырыу» чемпионаты еңеүселәре илдең геология тармағындағы алдынғы предприятиеларында стажировка үтеү мөмкинлеге алды. йәштәргә хеҙмәттәшлек тураһында саҡырыуҙар әле үк килгән.

Гөлназ Хәйбуллина