Республика ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙата

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашыу сараһы үтә. Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ошо минуттарҙа башланып тора. Илдар Суфияров “Башҡортостан” полкында взвод командиры була. 2024 йылдың мартында өлкән лейтенант яугирҙары менән Серебрянск урмансылығына хәрби заданиеға сыға. Уның һуңғы алышы тураһында полкташы “Шахтер” ҡушаматлы яугир һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы данлыҡлы хәрби берләшмәләрҙең береһе. “Беҙҙең һалдаттар сыҙамлыҡ һәм Тыуған илгә тоғролоҡ күрһәтә. Илдар Суфияров бының  асыҡ миҫалы”, - ти республика башлығының хәрбиҙәр мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Илдар Суфияров бөгөн баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнә.