Ул Иҫәнғолдағы 2-се мәктәптә барлыҡҡа килде. Объект район хакимиәте һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында сафҡа индерелгән. Cпорт майҙансығында футбол, баскетбол һәм волейбол уйнау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Белем усағында 600-ҙән ашыу бала уҡый. Уларҙың күбеһе төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулай.