Республика клиник инфекция дауаханаһы юбилейын билдәләне

115 йыл дауамында күҙгә күренмәгән дошман менән көрәштә. Республика клиник инфекция дауаханаһы юбилейын билдәләне. Быуаттан ашыу учреждение табиптары йоғошло сирҙәр менән көрәштә алдынғы урынды биләй. Тәүгеләрҙән булып республика халҡының сәләмәтлеген яҡлап, профессионаллек һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә. Был, мәҫәлән, пандемия осоронда булған кеүек. Бында юғары квалификациялы белгестәр эшләй, улар пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә.

Дауахана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм яңы технологиялар ҡулланыла. Юбилей кисәһендә хеҙмәт ветерандары үҙҙәренең эш йылдарын да иҫкә төшөрҙө. 115 йыл эсендә дауахана тарихына бик күп ауыр осорҙар яҙылған. Улар араһында холера, геморрагик биҙгәк, сусҡа киҙеүе, ҡорһаҡ тифы кеүек ҡурҡыныс сирҙәр менән көрәш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 йыл элек рекордлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республикала дүрт яңы клиник-диагностик инфекция үҙәге төҙөлдө. Бөгөн учреждение составында 2 филиал эшләй - Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында.