Баймаҡта Абдулхай Буранбаев иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион турнир үтте

Шахматсылар спорт миҙгелен асты. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә журналист, райондың шахмат буйынса күп тапҡыр чемпионы Абдулхай Буранбаев иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион турнир үтте.

Журналист Абдулхай Буранбаев райондың шахмат тарихында ҙур эҙ ҡалдырған кеше. Район гәзите редакцияһының тәржемә бүлеге мөдире булып эшләгән осорҙа ул шахматсылар командаһы менән район данын яҡлап бик күп ярыштарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулап чемпион исемен алыуға өлгәшә.

Традицияға индерелеп йыл һайын үткәрелгән турнирҙа быйыл республиканың төрлө төбәктәренән 18 шахматсы ҡатнашты. Улар араһында Ейәнсура, Күгәрсен, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы вәкилдәре лә булды. Уйынсылар араһында номинациялар буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Шулай итеп, шахматсылар спорт миҙгелен асты. Ә шашкасылар октябрҙә ҡала һәм райондың шәхси беренселегендә осрашасаҡ.