Башҡортостан халҡы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашты

Ҡаһарман яугирҙы һуңғы юлға оҙатыу «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Матәм митингында Республика башлығы Радий Хәбиров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Геройҙың туғандары, яҡындары, яуҙаштары ҡатнашты. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Әсәһенә хәстәрлекле ул, ҡатынына ышаныслы тормош иптәше, балаларына өлгөлө атай, нефть эшкәртеү предприятиеһында үҙ һөнәренең оҫтаһы. Илдар Суфияров бала саҡтан белемгә ынтылыусан, эшһөйәр, яуаплы, ҡыйыу була. Һәр ваҡыт туғандарын, яҡындарын ҡурсалап йәшәй.

Илдар Суфияров һоҡланғыс шәхес кенә түгел, тыуған иленең ысын патриоты була. Ул махсус хәрби операцияға ла 54 йәштә, үҙ теләге менән юллана. Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған олатаһы Хәсән Суфияровтың хөрмәтенә «Хәсән» ҡушаматын ала. Илдар Филорет улы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальон взводын етәкләй, егеттәрҙең яҡын дуҫы ла, кәңәшсеһе лә, терәге лә була.

Илдар Суфияровтың яугирҙары үткән йылдың мартында хәрби заданиены үтәгән саҡта ҡамауға эләгә. Көстәр тигеҙ булмай, әммә взвод егеттәренең береһе лә командирын ташлап китмәй. Нацистар блиндажға үтеп ингәс Илдар үҙен дошмандар менән бергә шартлата. Был алышта тере ҡалған «Шахтер» ҡушаматлы берҙән-бер яугир әсирлеккә дусар була. Ул 15 ай пленда булғандан һуң, күптән түгел тотҡондар менән алмашыныуға эләгеп тыуған яғына ҡайтарыла. Тап «Шахтер» яуҙаштары һәләк булған урынды күрһәтә лә инде.

Матәм митингында ҡатнашыусылар белдереүенсә, Илдар Суфияров һымаҡ шәхестәр тотош илдең ғорурлығы. Башҡортостан ил именлеге хаҡына ғүмерҙәрен аямаған егеттәребеҙҙең ғаиләләре, яҡындары тураһында даими хәстәрлек күрәсәк.

Илдар Суфияров профессиональ хәрби түгел, ул үҙ Ватанының тоғро улы, яугир рухлы уҙаман, илен, халҡын яратҡан шәхес. Халҡы ла ҡаһарман улын хөрмәтләп, ҙурлап һуңғы юлға оҙатты. Геройҙың исеме тыуған яғына дан булып әйләнеп ҡайтты.

Рәсәй геройы Илдар Суфияров Өфөнөң көньяҡ зыяратындағы Дан аллеяһында ерләнде. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, республика ҡаһарман яугирҙың исемен онотмаясаҡ, яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү эше алып барыласаҡ, йәш быуын уның рухында тәрбиәләнәсәк. Сөнки Илдар Суфияровтың тормош һәм хеҙмәт юлы барыбыҙ өсөн дә Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлеҡ, батырлыҡ өлгөһө булып тора.

Рәмзиә Кәримова