Беҙ бергә! «Телеүҙәк» тапшырыуының бөгөнгө сығарылышы ошо исем аҫтында тура эфирға сыға. Программала һүҙ Башҡортостан ирекмәндәренең махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙамы, изгелек ғәмәленең яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн әһәмиәте тураһында барасаҡ .
Йырҙар нисек хәрбиҙәр тормошон еңеләйтә? «Әсәй» телевизион проектының ҙур концерты ни өсөн мөһим? Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙамды яугирҙар нисек ҡаршы ала? Бөгөнгө тапшырыуҙа ҡатнашыусы хәрби хәбәрсе, йырсы, яугир әсәһе һәм ирекмән, шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһенән тура бәйләнешкә сығасаҡ хеҙмәттәштәребеҙ ошо һорауҙар буйынса фекер алышасаҡ. «Телеүҙәк»те БСТ каналында киске сәғәт етелә ҡарағыҙ.