"Приуралье" юл идаралығы Стәрлетамаҡ янында капиталь ремонт башланы, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Был көндәрҙә һыу торбалары һәм инженер коммуникациялары урынлаштырыла. Юлға яҡын ауыл һәм ҡалаларҙа 560 мең самаһы кеше йәшәй. Трасса 4 һыҙатлы итеп киңәйтелә. Был - юлда хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ тәьмин итеү мөмкинлеге бирә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Трассаның был өлөшөндә эштәрҙе киләһе йылда тамамлау планлаштырыла.