Салауат Кәримов авторлығында донъя күргән китаптың исем туйы уҙҙы

«Башҡортостан - батырҙар төйәге». Салауат Кәримов авторлығында донъя күргән китаптың исем туйы уҙҙы. «Китап» нәшриәте магазинында ойошторолған кисәгә Салауат Ғайса улының ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Был авторҙың балалар өсөн яҙылған 7-се йыйынтығы. Яңы баҫмаға Урал батырҙан алып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бөгөнгө геройҙар тураһында 19 патриотик хикәйә ингән. Батырҙарҙар һәм уларҙың тарихы сағыу һүрәттәр менән байытылған. Сарала ҡтнашыусы балаларҙың һәр береһе автографлы китапҡа эйә булды.