«Туҡтап торсо, Ваҡыт!» тип исемләнгән китаптың исем туйы Федоровка районы Батыр ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолдо.
Йыйынтыҡҡа шағирәнең һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары тупланған. Гөлкәй Исмәғилева сығышы менән Күгәрсен районынан, оҙаҡ йылдар Федоровка районында йәшәп ижад итә. Хаҡлы ялға тиклем Ҡораласыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Әҙәби сарала ижадсыны яңы китабы менән район хакимиәте, урындағы башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре, ижадташ дуҫтары ҡотланы. Кисәне үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары сығыштары биҙәне.