Өфөлә Искәндәровтар ғаиләһе алтын туйын билдәләне

Ярты быуат бергә. Өфөлә йәшәүсе Флорида менән Әхмәт Искәндәровтар өсөн был йылдар шатлыҡ-ҡыуаныстар аша бергә атлаған юл. Уларҙың мөхәббәте ваҡыт һынауҙарын уңышлы үткән. Оло тормош юлынан бергә барған бәхетле ғаилә парын баш ҡаланың Киров районы ЗАГС-ында ла тәрбиркләнеләр. Искәндәровтар «ғаилә-ҡәлғә»һенең ныҡлыҡ һәм татыулыҡ серҙәрен беҙҙең ижади төркөм менән дә уртаҡлашты.

Илле йылдан һуң Мендельсон маршы яңғырай. Был Әхмәт Гәрәй улы менән Флорида Рафиҡ ҡыҙы өсөн үтә лә тулҡынландырғыс мәл. Улар өйләнешкәндә ҡыҙға ни бары 22, ә егеткә 27 йәш була. Бер-береһенә тоғро булған, ҡаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған Искәндәровтарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан тәбрик һүҙҙәре һәм иҫтәлекле бүләктәр таршырылды.

Әхмәт Гәрәй улы баянын ҡулға алыу менән гүйә тирә-яҡ нурға мансыла. Музыка ҡоралынан моң түгелә . Ярты быуат яҙмыш һуҡмағынан бергә атлаған яҡын кешеһе өсөн был йыр иң яҡшы бүләк.

Уларҙың беренсе осрашыу тарихы ла үҙесәлекле. Әхмәт атаһын Өфөгә «Аҡҡош күле» балетын ҡарарға алып килә.Балет ҡарап, хисләнеп ҡайтырға сығалар. Юлдың яртыһын поезда үтәләр. Пассажирҙарҙы ҡаршылаған автобус күҙ асып йомған арала халыҡ менән шығырым тула. Сумаҙан тотҡан сибек ҡыҙ транспортҡа инеп өлгөрмәй.Тәүәкәл егет юғалып ҡалмай, автобусты туҡтатып ҡыҙҙы тәҙрә аша эскә индерә, сумаҙанын да тартып ала.

Тәү күрешеүҙән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, уларҙы яҙмыш ҡайтанан осраштыра. Район үҙәгенә барғанда бөтә йомоштарын йомошлап өлгөрөр өсөн Флорида юлды ҡыҫҡарта һәм йәнә лө үҙенә автобусҡа ултырырға ярҙамлашҡан егетте тап итә.

Немец телен яҡшы белеүсе, тәрбиәле һәм көслө ихтыярлы ханым йылдар дауамында туплаған тәжрибәһен, аҡылын тормошта ла уңышлы ҡуллана. Ул балаларын өлкәндәргә ихтирамлы һәм сабыр итеп тәрбиәләүгә ирешә. Искәндәровтарҙың өс балаһы ла юриспруденция менән моңдо йәнәш ҡуя. Флорида менән Әхмәт Искәндәровтар уларға бала саҡтан һынмаҫ ҡанаттар ҡуя. Бадалары һәр береһе бөгөн үҙе һайлаған өлкәлә ҡыйыу аҙымдар яһаған, ерҙә ныҡ баҫып торған уңышлы кешеләр. Өлкән улдары Рәмзис төньяҡ баш ҡалала ҙур ойошмала юрист булып эшләй. Ата-әсәләре янына йыш ҡайтырға тырыша.

Искәндәровтар ғаиләһендә Айгөл менән Айнур игеҙәктәр. Айгөл Әхмәт ҡыҙы Германияла йәшәй. Башҡортостанғ ҡайтып, яҡындары менән йыш осраша алмай. Кинйә улдары Айнур атаһы юлын дауам итә.Ул халыҡ-ара конкурстар лауреаты, ӨФөләге Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбе директоры.

Әхмәт Гәрәй улы оҫта һөнәрмән. Ғүмере буйы мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәте менән тамашасыларға шатлыҡ өләшә. Йортонда яратҡан ҡатыны - ышаныслы һәм ныҡлы тылы була. Флорида Рафиҡ ҡыҙы Әхмәт Гәрәй улының, тоғро дуҫы, аҡыллы кәңәшсеһе, илһам сығанағы ла.

Ярты быуат дауамында улар бер төптән булып балалар тәрбиәләй, хаҡлы ялда ейәненең уңыштарына ҡыуанып ғүмер кисерә. .

Гүзәл Борханова