Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөкләндерелгән күпер 10 октябрҙә асыласаҡ

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Яңыртылған транспорт объекты Республика көнөнә әҙер буласаҡ. Көн тәртибендә Радий Хәбиров баш ҡалала реконструкция үткәрелгән Ленин паркы һәм Өфө районы Шмидтов ауылындағы мәктәп төҙөлөшө менән танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өс йыл элек ремонтҡа ябылған Ағиҙел күперендә төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында. Эшселәр 11 ҙур тимер конструкцияны алмаштырып, ҡеүәтле арканы яңыртҡан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш эштәре менән танышты. Күләмле проектҡа ярашлы күперҙең тышҡы ҡиәфәте, дизайны һаҡланып ҡалған - уның иҫке өлөшөн яңыртыу, ҡоролмаларҙы алмаштырыу өсөн 4 млрд һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.

Етмеш йыл элек төҙөлгән Ағиҙел күпере иҫкереү сәбәпле уның буйынса хәрәкәт итеү хәүефле тип табылды һәм ремонт үткәреү көн талабы булып тора. Күпер төҙөкләндереү өсөн уникаль һәм ҡатмарлы объект һанала. Уны яңыртыу өсөн Рәсәйҙә эшләүсе берҙән-бер ойошма һәм көслө белгестәр йәлеп ителде. Былтыр яҙғы ташҡында һыу күтәрелеүгә бәйле реконструкция бер аҙ тотҡарланып торҙо.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ленин исемендәге парк ремонтын да ҡараны. Төбәктә иң боронғо парктарҙың береһенә XIX быуат урталарында нигеҙ һалынған булған. Биләмәне яңыртыуға 977 миллион һум аҡса йүнәлтелә - сығымдар республика, ил бюджетынан һәм бағыусы иҫәбенә ҡаплана. Төҙөкләндереү барышында паркта йүгереү өсөн юлдар булдырыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын алыштырыу, видеокамералар ҡуйыу ҡаралған. Майҙандың тарихи йөҙө үҙгәрмәй, уны заманса яңыртыу һәм ял майҙансыҡтары менән тулыландырыу күҙ уңында тотола. Ленин паркы «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса тәртипкә килтерелә.

Кузнецов Затонында төҙөлгән мәктәптә Радий Хәбиров объекттың әҙерлеген ҡараны. Волга буйы федераль округында сафҡа индерелгән иң ҙур мәктәп 2 мең 200 уҡыусыға иҫәпләнгән. Ике йыл элек төҙөлә башлаған объект 90 процентҡа әҙер. Бынан тыш төбәк етәксеһе Өфө районы Шмидтов ауылында сафҡа индерелгән Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемендәге мәктәп төҙөлөшө менән танышты. Заманса бинала 640 уҡыусыға мәктәп һәм 140 малай-ҡыҙға балалар баҡсаһы урынлашҡан.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер реконструкцияһы менән танышты. КПСС өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик хеҙмәт геройы исемен йөрөткән скверҙа тротуарҙар, яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртылған. Яҙға бында йәшелләндереү һәм биҙәү эштәре башҡарыласаҡ. Үҙ ваҡытында төбәк менән 20 йыл етәкселек иткән сәйәсмән иҫтәлегенә һәйкәл асыу планлаштырылған. Сквер реконструкцияһы октябрь аҙағында тамамлансаҡ.

Флорида Ким