Заманса модулле фельдшер акушерлыҡ пункты «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Яңы фаптың уңайлыҡтары менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
Иглин районының Үктәй ауылы халҡы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын оҙаҡ йылдар көткән. Быға тиклем медицина учреждениеһы ауыл мәҙәниәт йорто бинаһындағы бүлмәләрҙә генә урынлашҡан була, заман талаптарына ла яуап бирмәй. Йыл башынан ауылда фельдшер-акушерлыҡ пунктының яңы модулле бинаһы төҙөлә башлай, унда ауыл халҡын ҡабул итеү өсөн махсус бүлмәләр йыһазландырыла. Яңы фапта табип-терапевт, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы кабинеты бар, эҫе һәм һалҡын һыу менән йылы санузел булыуы ла медицина хеҙмәтен күрһәтеүҙә уңайлы шарттар тыуҙыра.
Үктәй ауылында йәшәүсе Әлмира Абдуллинаға фельдшерға, артабан район үҙәге дауаханаһына йыш мөрәжәғәт итергә тура килгән. Хәҙер яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылғас ул Иглингә бармайынса медицина анализдарын Үктәйҙә тапшыра ала, һаулығын нығытыу өсөн башҡа процедураларҙы ла урында ала.
Модульдәр ярҙамында ҡоролған биналағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының төп өҫтөнлөгө-заманса диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылыуы, кәрәкле дарыуҙар ҙа бар.Үктәй ауылындағы медицина учреждениеһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге заман стандарттарына яуап бирә. Бында пациенттарға һәм беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүсе хеҙмәткәрҙәргә уңайлы шарттар булдырылған.
Иглин үҙәк район дауаханаһы баш табибы Радмир Һәүбәнов әйтеүенсә, 2025 йылда районда ошондай алты медицина учреждениеһын төҙөү күҙаллана.Яңы медицина учреждениелары асылыу үҙ сиратында халыҡты медицина ярҙамы менән хеҙмәтләндереү кимәлен дә яңы баҫҡысҡа күтәрәсәк.
Гүзәл Борханова