Төп маҡсат - һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү. Автоиспекциянан хәбәр итеүҙәренсә, Ике ай буйы түләмәй йөрөүселәрҙең йыйылған суммаһы икеләтә арта. 15 тәүлеккә иректән мәхрүм итеүҙәре, мәжбүри эштәргә ҡушыуҙары ла мөмкин. Профилактик сара 25 сентябргә тиклем дауам итә.