Волга буйы федераль округында иң ҙур мәғариф учреждениеһы 34 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй, 2200 урынға иҫәпләнгән. Унда дүрт спорт һәм тамаша залы, махсуслаштырылған дизайн, фото һәм кино төшөрөү, театр студияһы, нәшриәт үҙәге була, робот техникаһы кабинеттары һәм интерактив 3D-класс менән йыһазландырыла. Мәктәп биләмәһендә мини-футбол, баскетбол, теннис өсөн спорт майҙансыҡтары, шулай уҡ йүгереү юлдары һәм тренажерҙар була. Эргә-тирәләге биләмәлә ял итеү зоналары, уйын майҙансыҡтары, башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн участка һәм уҡыу баҡсаһы ҡарала.