Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Оҙатыу сараһы бөгөн “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр алдында Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Хәрби комиссариат һәм Совет районы хакимиәте вәкилдәре сығыш яһаны. Улар ил мәнфәғәтен яҡлап, тыныс киләсәк өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙға еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.