Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүенсә, 3300 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйып алынған, парк зоналары, урман парктары, скверҙар һәм газондарға ҡараған майҙандар, йорт яны биләмәләре тәртипкә килтерелгән. Киләһе өмә 27 сентябрҙә була, уның барышында “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы ойошторола.