Унда яңы комплекстар ҡуйыла. Был маҡсатта 61 миллион 800 мең һумға контракт төҙөлгән. Тейешле мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған. Юл хәрәкәтен фото һәм видеотеркәү системаһы йәшерен номерҙы һәм тиҙлек арттырған автомобилдәрҙе билдәләй ала. Өфө-Инйәр-Белорет, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск трассаларында һәм башҡа юлдарҙа 20 махсус камера ҡуйыла.