Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, ул "үтә ҙур күләмдә мутлашыу"ҙа ғәйепләнә. Эшҡыуар граждандарға сит ил шифаханаларына юллама һатҡан. Әммә, турҙар өсөн аҡса күсермәгән. 24 кеше 2 миллион 400 мең һумлыҡ зыян күргән. Енәйәт эше суд ҡарауына тапшырылған.