Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙан хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда иретеп йәбештереү, монтаж һәм сәнәғәт етештереү колледжы студенты Глеб Мочалов Рәсәй чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булды. Ярыштар "Профессионалитет" федераль проектына ярашлы уҙғарылды. Чемпионат финалы Бөйөк Новгород ҡалаһында үтте.