Башҡортостанда 2 миллион 300 мең кеше спорт менән шөғөлләнә

2019 йылда физик культура менән даими шөғөлләнеүселәр 45 процент тәшкил итһә, әле был күрһәткес 62 процентҡа еткән. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «физик культура һәм спорт үҫеше» дәүләт программаһы үтәлешенә арналған хөкүмәт комиссияһы ултырышында белдерҙе.

Сараны ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко алып барҙы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, спорт һәр кемгә лә яҡын булһын өсөн тәү сиратта инфраструктураны камиллаштырабыҙ. Һәр районда ла физкультура һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, спорт майҙансыҡтары төҙөү тәү маҡсат. Бөгөн был тәңгәлдә Башҡортостан илдә алдынғылар рәтендә.