«Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостанда йәш депутаттарҙы уҡытыу программаһын башланы

Проект 14 сентябрҙә үткән һайлау кампанияһы йомғаҡтары буйынса мандат алған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙарға иҫәпләнгән. Тәүге дәрестә депутаттарҙың остаздары булып юғары партия мәктәбе филиалы спикерҙары сығыш яһаны. Улар фекеренсә, иң мөһиме-матур һүҙ түгел, ә кешеләрҙең тормошон яҡшыртыусы реаль эш башҡарыу. Бынан тыш, ул халыҡты борсоған проблемаларҙы тәрән анализлауҙы һәм йәмғиәт менән власть араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн һөҙөмтәле ҡарарҙар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Юғары партия мәктәбе филиалы форматында ойошторолған уҡытыу сәйәси компетенциялар үҙәгендә үтте. Программала ҡатнашыусылар үҙҙәренең муниципалитеттарында эште яйға һалырға һәм халыҡ программаһы буйынса һайлаусыларҙың наказдарын үтәргә ярҙам итәсәк практик тәҡдимдәр һәм инструменттар алды.