Куйбышев тимер юлы һәм «Йәш гвардия» ирекмәндәре баш ҡала буйлап дарыуханалар мониторингын үткәрҙе

«Хәүефһеҙ республика» проекты сиктәрендә Куйбышев тимер юлы һәм «Йәш гвардия» ирекмәндәре баш ҡала буйлап дарыуханалар мониторингын үткәрҙе. Контроль һатып алыуы барышында Өфөнөң Халыҡтар дуҫлығы проспекты дарыуханаларҙың береһенән рецептһыҙ препарат алына. Фармацевт йәмәғәт ойошмалары ағзалары алдында ғәйебен тулыһынса инҡар итә. Хоҡуҡ боҙоу урынына полиция хеҙмәткәрҙәре саҡырылған, протокол төҙөлгән. Дарыуханаға ҙур күләмдә штраф янай.