Уҙған ял көндәрендә республикала экологик өмәләр башланды. «Йәшел Башҡортостан» акцияһына барлыҡ төбәктәр ҙә әүҙем ҡушылды. Иглин районында йәшәүселәр «Ҡояшлы» паркын йәшелләндереүгә сыҡты. Акцияла муниципаль, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, предприятиелар һәм ойошмалар коллективтары ҡатнашты. Экологик сара барышында 150 төп миләш һәм Шуберт муйылы ултыртылды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияның маҡсаты-халыҡтың экология мәсьәләләренә иғтибарын йүнәлтеү, биләмәрҙе йәшелләндереү.
Быйыл «Йәшел Башҡортостан» төбәк акцияһының көҙгө этабы 20 сентябрҙән 4 октябргә тиклем дауам итә, ә уны үткәреүҙең төп көнө-27 сентябргә тәғәйенләгән. Барлығы 30 меңгә яҡын кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Ҡала һәм райондарҙа дүрт мең төп эре ағас һәм 40 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ.