Ейәнсура оҫтаһы ҡумыҙ менән донъяны әсир итә

Уның музыка ҡоралдары Башҡортостан символдарының береһе булараҡ бөтә донъя буйлап таралған. Ейәнсура районынан Фуат Ҡужахметов 35 йылдан ашыу инде ноталар ҡуйып ҡумыҙ эшләй. Башҡорт варганы өсөн ул ҡул аҫтындағы материалдарҙы файҙалана. Оҫта Рәсәйҙән ситтә лә билдәле, ҡумыҙҙарға хатта Япония, Франция, Италиянан да заказдар килә. Оҫтаның эш техникаһы менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин һөйләй.

Ябай сөйҙәрҙән милли уйын ҡоралы сүгелә. Ҡумыҙ етештереү технологияһы уникаль, сөнки уларҙы оҫта ҡул аҫтында булған материалдарҙан эшләй. Яныбай ауылынан Фуат Ҡужахмәтов музыка ҡоралы менән бала саҡтан таныш. Баҡсала түтәл ҡаҙығанда боронғо ҡумыҙға юлыға. Асыҡланыуынса, ул ҡарт өләсәһенеке булған.

Бер инструментты эшләү өсөн 2-3 көн ваҡыт китә. Шулай ҙа, айына оҫта 15 ҡумыҙ етештереп өлгөрә. Фуат Илмир улы 1989 йылдан башҡорт музыка ҡоралы ҡумыҙ һәм ошо инструмент өсөн футляр эшләү менән шөғөлләнә башлай. Йылдан-йыл ул оҫталығын камиллаштыра. Фуат Ҡужахмәтов эштәрендә эскиздарҙы үҙе уйлап таба, әҙер булғандарын башҡорт халыҡ орнаменттары менән биҙәй.

Әлбиттә, Фуат Ҡужахмәтовтың башҡорт музыкаһы донъяһын байытыуға индергән өлөшө танылыу таба. 2023 йылда ул Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы исеменә лайыҡ булды. Оҫта оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, республика буйлап сәйәхәт итә, тәжрибәһен йәш быуынға ла еткерә.

Азат Ғәлиуллин