Республика башлығы Радий Хәбиров ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Халыҡ-ара сара 35-се тапҡыр уҙғарыла. Сараны ойоштороу комитетын беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев етәкләй. Документҡа ярашлы, баш ҡала, шулай уҡ Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө районы хакимиәте башлыҡтары Аксаков байрамын әҙерләү һәм үткәреү барышында ярҙам күрһәтергә бурыслы.