Енғалышта яңы ФАП. Шишмә районында сираттағы беренсел санитар-медицина ярҙамы күрһәтеү учреждениеһы барлыҡҡа килде. Модулле бина ни бары ике ай эсендә күтәрелгән.
Хәҙер ауылда заманса мөмкинлектәре, уңайлыҡтары, дауалау шарттары булған фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Быға тиклем Енғалыш халҡы иҫке бинала хеҙмәтләндерелгән, ә ентекле тикшереү үтеү өсөн район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр булған. Яңы асылған медицина учреждениеһында күп кенә процедураларҙы урында үткәреп була.
Эльвира Исаева 38 йылдан ашыу халыҡ сәләмәтлеге һағында. Уның ҡарамағында Енғалыш һәм күрше ауылдарҙан 450- ләп кеше иҫәптә тора. Шуға ҡарамаҫтан ул һәр кешегә, ауылдашына шәхсән иғтибар бүлергә, ентекле тикшереү үткәрергә тырыша. Пациенттар ҙа был хәстәрлекте шифалай күреп ҡабул итә.