Чебоксар ҡалаһында ошондай уҡыу йорттары араһында спартакиада үтә. Александр Доставалов исемендәге корпуста белем алыусыларҙың ҡаҙаныштары, олимпиада һөҙөмтәләре, кадеттарҙың спорт әҙерлеге юғары баһа алды, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте. Спартакиадала шулай уҡ Татарстан, Сыуаш, Удмурт республикалары, Түбәнге Новгород командалары һәм Минскиҙағы Суворов хәрби училищеһы уҡыусылары ҡатнаша.