Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза ҡабул итеү тамамлана

Башҡортостанда «Көмөш старт»федераль программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза ҡабул итеү тамамлана. Өлкән быуынды эшҡыуарлыҡта үҫтереүгә йүнәлтелгән программа комплекслы ярҙам-белем биреү модулдәрен һәм бизнес-башланғыстарҙы грант менән финанслауҙы үҙ эсенә ала. Проекттың асылы хаҡында Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Тегенсе һөнәренә һөйөү уға өләсәһенән күскән. Бала саҡтан ул өләсәһенең «Зингер»ҙа бөтә ауылды кейендергәнен күреп үҫә. Винера Белова үҙе лә балалар өсөн ҡурсаҡтар эшләү хаҡында хыяллана.Йомшаҡ уйынсыҡтарҙы ул сирек быуатҡа яҡын етештерә. Һуңғы йылдарҙа башҡорт сувенирҙарының 300-ҙән ашыуын һатыуға сығара. Киләсәктә тағы ла ҡеүәтлерәк темп менән эшләргә иҫәп тота.

Тап ошондай башланғыс менән Винера Белова «Көмөш старт» проектында ҡатнашырға йөрьәт итә. Башҡортостан был проектҡа ҡушылған 25 пилот төбәк исемлегендә.«Көмөш старт» аша дәүләт ярҙамы менән оло йәштәгеләр үҙҙәренең һөнәри тәжрибәһен ҡуллана, уңышлы бизнес булдыра аласаҡ. Программа һанлы грамота курсын, маркетингты өйрәтеүҙе, психологик ярҙамды һәм тәжрибәле остаздарҙың көслө яҡтарын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ҡатнашыусыларға иҡтисади һәм юридик кәңәштәр бирелә, уларҙың һәр береһенә ирекмән-остаз бүленә. Программа ябайлаштырылып хаҡлы ялдағыларға яраҡлаштырыла.

Өлкән быуын әлеге шарттарҙа юғалып ҡалмаһын, тормош тәрибәһен йәштәргә тапшырһын, финанс хәлен яҡшыртһын өсөн уҡытыу програмаһы бик яҡшы. Беҙ был маҡсатта өс тиҫтәнән ашыу ғариза ҡабул итәбеҙ.

Ирина Львова, Башҡортостандың социаль өлкә инновациялар үҙәге етәксеһе

Программала 2025 йылға тиклем үҙ бизнесын булдырмаған эшҡыуарҙар һәм идеяларын тормошҡа ашырырға теләгән ҡатнашыусылар өҫтөнлөк менән файҙалана ала. Өфөлә йәшәгән Рима Шәйҙуллина иһә дүртенсе йыл рәттән «Өлкән быуын декадаһын»тормошҡа ашыра. Уның командаһы шифаханаларҙа ял итеүселәргә, һауығыу курстары үтеүселәргә уҡытыу һәм аралашыу саралары ойоштора. Ул оҫталыҡ дәрестәре һәм саҡырылған спикерҙар ҡатнашлығында күңел асыу программаһын күҙ уңында тота. Рима Шәйҙуллина «Көмөш иҡтисад» инициативаһы менән федераль проектта ҡатнашып, өлкән быуын вәкилдәрен үҙ эшен башларға һәм яратҡан шөғөлдәре йәки хеҙмәттәре аша аҡса эшләргә өйрәтергә ниәтләй.

Программала ҡатнашыусылар стартаптарға ярҙам итеү менән ҡыҙыҡһынған инвесторҙарҙың иғтибарын йәлеп итә аласаҡ. Фаразлауҙар буйынса, 5 йылдан Рәсәйҙә эшкә яраҡлы йәштән оло йәштәгеләр 2 миллионға тиклем артасаҡ тип күҙаллана.

Башҡортостанда «Көмөш старт»федераль программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 26 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Уҡыу 8 октябрҙә башлана, уны тамамлағас, иң сағыу һәм тормошҡа ашырырлыҡ башланғыс авторы үҙ эшен үҫтереүгә 150 мең һум грант аласаҡ.

Гүзәл Борханова