Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе йәш ижадсыларҙы үҙенә йыя

Быйыл Баймаҡ ҡалаһының Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе төрлө кластарға 90 бала ҡабул иткән. 1952 йылда үҙ ишектәрен асҡан мәҙәни учреждение үҫеп килгән йәш быуындың ижади һәләттәрен асыуҙа уңышлы эшләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе балаларға төрлө йүнәлештә үҫешергә ярҙам итә. Бында сәнғәт төрҙәре буйынса дөйөм белем биреү һөнәри әҙерлек программаһы һәм фортепиано, скрипка, виолончель, вокал, тынлы, халыҡ музыка ҡоралдары өлкәһендә дөйөм үҫеш программалары буйынса уҡытыу алып барыла. Хор, фольклор, хореография, сәнғәт, театр бүлектәре эшләй.

Сәнғәт мәктәбендә 29 тәжрибәле уҡытыусы етәкселегендә 864 уҡыусы белем ала. Хатта яңы уҡыу йылын рекордлы тип атарға мөмкин-90 бала ҡабул ителгән. Мәктәптән һуң һәр береһе ҙур теләк менән үҙҙәре һайлаған түңәрәктәргә килә.

Ҡалала үткән байрамдарҙы сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең рухлы, матур сығыштары биҙәй. Бөгөнгө көндә Иҫке Сибай, Темәс, Урғаҙа ауылдарында уның филиалдары бар. Шулай уҡ ҡаланың бишенсе һәм Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында бүлексәләр уңышлы эшләп килә.

Рүзилә Ғүмәрова