Алушталағы ярышта яҡташтарыбыҙ 19 миҙал яуланы

Башҡортостан командаһы билбау көрәше буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһы булды! Алушта ҡалаһында уҙған ярышта илдең төрлө төбәктәренән 250-нән спортсы ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ 9 алтын, 4 көмөш һәм 6 бронза миҙал яулап, дөйөм зачетта Ҡырым менән Татарстан командаларын артта ҡалдырҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Башҡортостандан Динә Туйгилдина, Алина Пухова һәм Олимпия Мәхийәнова пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде. Ир-егеттәрҙән ирекле стилдә Наил Хәйбрахманов менән Денис Осҡомбаев иң яҡшылары тип танылды. Классик стилдә Алмаз Фәйзуллин, Артур Зөлҡәрнәев, Игорь Волобуев һәм Турал Азимов үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә еңеү яуланы. Әйткәндәй, был ярыш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй йыйылма командаһы төҙөлдө. 12 яҡташыбыҙ октябрҙә Чебоксарҙа үтәсәк донъя Кубогында ил данын яҡлаясаҡ.