Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш музыкант менән таныштырған

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш музыкант менән таныштырған. Өс йыл дауамында Ринат Нәбиуллин музыка менән шөғөлләнә. Ныҡышмалы репетициялар үҙ емештәрен бирә, ул Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Төбәк башлығы үҫмерҙең «Салют» республика реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүсеһе булыуын билдәләне. Ринатҡа «аутизм» диагнозы ҡуйылған.

Радий Хәбиров фекеренсә, балаларҙың һәләтен асыу һәм уларҙы үҫтереү-реабилитация үҙәгенең төп бурыстарының береһе. Бында балалар адаптив һәм дауалау физкультураһы, йөҙөү менән шөғөлләнә, массаж һәм физиотерапия курстары үтә. Октябрҙә реабилитация үҙәге асылыуға теүәл бер йыл тула. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул үҫеш үҙенсәлектәре булған балалар һәм ата-әсәләр өсөн яҡшы ярҙам күрһәткән икенсе йортҡа әйләнә. Башҡортостан башлығы үҙәк тәрбиәләнеүселәренә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләне, ә уның хеҙмәткәрҙәренә профессионализмы өсөн рәхмәт белдерҙе.