Өфөлә «Һөт кухняһы» проектында ҡатнашыусылар һаны арта

Өфөлә аҙ тәьмин ителгән, мохтаж ғаиләләрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары «Һөт кухняһы» социаль проектында ҡатнаша ала. Әлеге ваҡытта таратыу үҙәктәре көнөнә 50 кешене хеҙмәтләндерә. Һөт ризыҡтары бушлай 3 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләнгән ғаиләләргә бирелә. Продукцияны аҙнаһына ике тапҡыр алырға була, айына бер тапҡыр бутҡа һәм ҡоро ҡатнашмалар бирелә. Программала ҡатнашыу өсөн документтар йыйып, Дәүләт хеҙмәте порталында ғариза тапшырырға кәрәк. Һөт продукцияһын баш ҡаланың 15 пунктында алырға мөмкин.

«Һөт кухняһы» продукцияһын алыу өсөн шәхесеңде раҫлаған һәм ташламалы категорияға ҡарау тураһындағы документ талап ителә. Шулай уҡ үҙегеҙ беркетеләгән поликлиника табиптарынан справка кәрәк. Йәғни, исемлек ҙур түгел, папканы туплағандан һуң дәүләт хеҙмәте аша ғариза бирергә, документтарҙы беркетергә кәрәк

Татьяна Балашова, Башҡортостандың «Һөт кухняһы» дәүләт автономиялы учреждениеһы бүлеге мөдире

«Һөт кухняһы» продукцияһы менән ҡулланыусылар йылдан-йыл арта. Документтарҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы һәм күп функциялы үҙәктәрҙең электрон сервистары аша тапшырырға була. Проекттың әһәмиәтен иҫәпкә алып Радий Хәбиров үҫеп килеүсе быуын өсөн мөһим булған һөт продукцияһын етештереүҙе артабан да киңәйтергә кәрәклеген билдәләне.