Ошо уңайҙан 25 сентябрҙә «Өфө-арена» комплексында концерт көтөлә. Сәхнәлә Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан саҡырылған махсус ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ. Радионың үҫеш юлы һәм юбилей сараһына әҙерлек барышы тураһында киләһе яҙма.
Иртәнге сәғәттәрҙе «Юлдаш» радиоһы менән бергә ҡаршылаусылар өсөн таныш тауыштар. «Теге өсәү» уята ла, йыуата ла, көлдөрә лә, йырлата ла. Өс сәғәтлек эфир ҙа шулай күңелле үтә: тыңлаусыларҙан килгән смс-хәбәрҙәр, сәләмдәр уҡып, ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмә ҡороп, уйындар һәм конкурстар уҙғарып. «Теге өсәү»ҙе «Юлдаш»тың йөҙө, бренды тип тә әйтәләр, ниндәй генә сара булмаһын-сәхнәлә лә улар бергә.
«Юлдаш» тәүлек әйләнәһенә тыңлаусылары менән бергә. Милли радиолағы тәүге эфир 2000 йылдың 25 сентябрендә сыға. Бөгөн каналды Башҡортостан район-ҡалаларында ғына түгел, Татарстанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында ла тыңлайҙар. Интернет аша сит илдәрҙә лә «Юлдаш» тулҡынын һайлаусылар күп. Дөйөм алғанда, уның ике миллиондан ашыу тыңлаусыһы бар.
Радионың мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Йыл һайын Өфөлә «Хит-парад» фестивале уҙғарыла, йылына 4-5 тапҡыр республика район-ҡалаларында «Юлдаш дуҫтарын йыя» тип исемләнгән осрашыуҙар ойошторола. «Сәләм, студент!» проекты ла-уңышлы проекттарҙың береһе.
Сирек быуатлыҡ эш һөҙөмтәһе-республиканың иң ҙур концерт майҙанында. Юбилей уңайынан «Юлдаш»тар тыңлаусыларына ҙур шоу-программа әҙерләгән. Ижади коллектив тоғро тыңлаусыларын 25 сентябрҙә киске сәғәт етелә «Өфө-арена» комплексында көтә.
«Беҙ бергә!»-25 йыл дауамында «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре тап ошо девиз аҫтында эшләй. Халыҡ мәнфәғәтендә. Концерт барышында ла тарихи фото-видеоматериалдар күрһәтеү ҡаралған. Артистар йыр-моң бүләк итһә, ижади коллектив тамашасыларҙы бүләктәре менән ҡыуандырырға вәғәҙәләй.
Гөлназ Хәйбуллина