“Ирәмәл” тәбиғәт паркы хемәткәрҙәре өмә ойошторған. Акцияла ҡатнашыусылар 1 километр ярым самаһы биләмәне тәртипкә килтергән. 1 кубик метрҙан ашыу сүп-сар тупланған. Уларҙың күп өлөшө көнкүреш ҡалдыҡтары. “Ирәмәл” паркы халыҡты тәбиғәткә һаҡсыл булырға саҡыра. “Йылға һәм күлдәрҙе таҙа тотоу өсөн һәр кем яуаплы. Тирә-яҡ мөхитте хәстәрләү ябай ғына эштәрҙән башлана”, - тип белдерә парк хеҙмәткәрҙәре.