Салауатта һауа сифаты норма сиктәрендә

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Салауатта атомосфера һауаһы сифатын контролдә тота. Ҡалала уны тикшереү буйынса даими мониторинг уҙғарыла. Ведомство етәксеһе Нияз Фазылов социаль селтәрҙә белдереүенсә, көндөҙгө сәғәт 12-се яртылағы анализдар һауаны бысратыусы матдәләрҙең норма ситәрендә ҡалыуын күрһәткән. Салауат ҡала хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин шулай уҡ биләмәләге экологик хәүефһеҙлек күрһәткестәренең норма сиктәрендә булыуын белдерҙе. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, тигән ҡала етәксеһе.