Был юлы 55-се конвой яугирҙарҙың үтенесе буйынса тупланды. Ил именле өсөн көрәшеүселәргә юғары үтеүсәнле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелде. Шулай уҡ шәхси посылкалар, балалар яҙған хаттар ҙа бар. Алыҫ юлға сығыусылар тыуған яҡ күстәнәсен Донецк халыҡ республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә хеҙмәт итеүсе яҡташтарының шәхсән ҡулдарына тапшырасаҡ. Йөктө туплауҙа Иглин районы биләмәһендә урынлашҡан ирекмәндәр штабы ла ҙур ярҙам күрһәтә. Алғы һыҙыҡҡа киләһе ылау яҡынса бер айҙан ойошторола.