Был туралағы указға ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйҙы. Ҡулланыусыларға йылы заявкалар буйынса бирелә башлай. Федераль ҡануниәткә ярашлы, торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн 5 көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булырға тейеш. Әммә был йорттарҙың шунда уҡ йылына башлауын аңлатмай, сөнки фатирҙағы температура күтәрелеүгә өс тәүлеккә тиклем ваҡыт үтеүе ихтимал. Бөгөнгә бөтә муниципаль берәмектәр ҙә ҡышҡа әҙерлек паспорттары алған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалала уҙған йылытыу миҙгеле 4 октябрҙә башланып, 21 апрелгә тиклем дауам итте.