«Йондоҙ» үҙәге грант ярҙамында балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштыра

Өфөнөң «Йондоҙ» белем биреү үҙәге һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы социаль яраҡлаштырыу буйынса проектты тормошҡа ашыра. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек федераль грант нигеҙендә алып барыла. 1 миллион 200 мең һум күләмендәге грант «Белем» йәмғиәтенең ата-әсәләр берләшмәләре башланғыстары конкурсында еңеү өсөн бирелгән. Проектта ҡатнашыусылар һәм программа тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

10 йәшлек Сәфинә Хәмитова өйҙә ата-әсәһе алдында ғына түгел, төрлө конкурс-концерттарҙа ла сығыш яһарға ярата. Ҡыҙҙың дипломдары йорттоң бер стенаһын биләп тора. Сәфинә бер йыл инде «Йондоҙ» белем биреү үҙәгендә уҡый, учреждениеның төрлө түңәрәктәрендә шөғөлләнә.

Сәфинәнең ата-әсәһе әйтеүенсә, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы социаль яраҡлаштырыу бик мөһим. Шуға күрә улар йышыраҡ сығыш яһарға, күмәк кеше араһында булырға тырыша. Бала үҙаллы йәшәргә өйрәнергә, һынауҙар алдында ҡаушамаҫҡа тейеш. Хәмитовтар «Аҡбуҙат» ипподромына экскурсияға ла ҡыуанып килгән.

Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн өфө һәм республика буйлап экскурсиялар грант иҫәбенә башҡарыла.

«Белем» йәмғиәтенең федераль грантына ғариза ата-әсәләр тәҡдиме менән ебәрелгән. Конкурста илдең төрлө төбәктәренән 8 меңдән ойошма ҡатнашҡан. Әммә Башҡортостандың «Йондоҙ» белем биреү үҙәге конкурсты уңышлы үтеп 100 еңеүсе исемлегенә ингән.

Экскурсиялар маршруты өс йүнәлеште үҙ эсенә ала. Балалар иҫтәлекле урындар менән таныша, үҙҙәрен төркөм менән, кеше араһында тоторға өйрәнә. Сәйәхәт тамамланғандан һуң педагогтар балаларҙың үҙҙәрен нисек тотоуы буйынса һығымта яһай, теләк-тәҡдимдәрен еткерә.

Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн социаль яраҡлаштырыу проекттары бик мөһим. Улар йәмғиәттә үҙҙәрен тоторға, аралашырға өйрәтә. Иң мөһиме был балаларҙың дүрт стена эсендә бикләнеп ҡалмауы, тулы ҡанлы тормош алып барыуы, ыңғай тәьҫораттар алыуы мөһим. Яҡыш кәйеф сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай.

Рәмзиә Кәримова