Баймаҡта ҡала көнө «Мин-Ватанымдың патриоты» акцияһы менән үтте

«Мин-Ватанымдың патриоты». Быйыл Баймаҡта ҡала көнө ошондай исем аҫтында үтте. Байрам уңайынан уҙғарылған еңел атлетика буйынса ярышта 350-нән ашыу кеше ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡтың ҡала көнөн билдәләргә һәм көҙгө еңел атлетикала ҡатнашыу өсөн алыҫ араларҙы яҡын итеп килеүсе йүгеректәрҙең күп булыуы күҙәтелде. Быйыл ул Баймаҡ районының 95 йыллығына арналды. Стартҡа баҫыр алдынан һәр ҡатнашыусы файҙалы күнекмәләр эшләне.

Ярыштың идеяһы һәм генераль бағыусыһы булып яҡташыбыҙ, меценат Сергей Продовиков тора. Ул Башҡортостандан ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан бәләкәй ватанына ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер.

Ҡатнашыусылар 2, 5 һәм 10 саҡрым дистанцияларҙа төрлө йәш категорияһында ярышты. Еңеүселәр һәм призерҙар аҡсалата приздар менән бүләкләнде, ә абсолют чемпиондарға иҫтәлекле кубоктар тапшырылды.

10 саҡрымлыҡ дистанция көҙгө еңел атлетиканың иң ҡатмарлыһы булды. Бында Гөлфиә Сөләймәнова үҙенең юғары тиҙлеген күрһәтте һәм беренсе булып финишҡа инде.

Махсус хәрби операция һалдаттарының һәм ветерандарҙың йүгереүҙә ҡатнашыуы айырыуса илһамландырҙы. Был барыһы өсөн дә батырлыҡ, сыҙамлылыҡ һәм патриотизмдың сағыу өлгөһө булып торҙо.

Баймаҡта «Мин-ватанымдың патриоты» акцияһы өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Һәм был үҙ сиратында, ҡала көнөн спорт байрамы булараҡ үткәреүҙе традицияға индерҙе.

Рүзилә Ғүмәрова