Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт палатаһы яңы тәртип буйынса формалаша

Ошо турала закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала. Палатаның яңы саҡырылышы быйыл декабрҙә ойошторола башлай. 45 ағза һайлана, әлегә тиклем 35 ине. Уларҙың вәкәләттәре өс  йылдан 5 йылға тиклем арттырыла. Палатаның ҙур өлөшө конкурс нигеҙендә туплана, тине спикер Константин Толкачев. Закон проектын әҙерләгәндә Рәсәйҙең тиҫтәгә яҡын төбәге тәжрибәһе иҫәпкә алынған.