2024 йылда тышҡы сауҙа әйләнеше 6,4 процентҡа артҡан. Был турала премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Сауҙаның ҙур өлөшө Ҡытай, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Берләшкән ғәрәп әмирлектәренә тура килә. - Сит илдәр менән берҙәм проекттар буйынса эшләйбеҙ, киләсәктә тауар әйләнешен арттырыу маҡсаты ҡуйыла, - ти Андрей Назаров.