Рәсәй стратегик һөжүм ҡоралдары буйынса сикләүҙәрҙе тағы бер йыл үтәргә әҙер

Стратегик һөжүм ҡоралдары тураһында килешеү ғәмәлдән сыҡҡандан һуң, Рәсәй сикләүҙәрҙе тағы ла бер йыл дауамында үтәргә әҙер. Был турала Владимир Путин Именлек советының даими ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе.

Президент билдәләүенсә, килешеү үҙе киләһе йыл февралдә тамамлана, был үҙ сиратында ракета-ядро потенциалына бәйле һуңғы документтың юҡҡа сығыуын аңлата. Шуға ла килешеүҙән тулыһынса баш тартыу күп йәһәттән хаталы аҙым. Америка Ҡушма Штаттарының шундай уҡ аҙымдары осрағында ғына документта билдәләнгән пункттарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкин. Шулай итеп Владимир Путин донъя тотороҡлолоғон яҡлаусы булараҡ, ядро өлкәһендә яуаплылыҡ күрһәтә һәм алдынғы державалар менән диалогты тергеҙеүгә ынтыла.